+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 14:31

Тәбиғәтте һаҡлау – көнүҙәк мәсьәлә

Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә иң яҡшы фәнни эшкә Бөтә Рәсәй студент конкурсына йомғаҡ яһалды.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә иң яҡшы фәнни эшкә Бөтә Рәсәй студент конкурсына йомғаҡ яһалды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде.
Конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. Һайлап алыу осоро һөҙөмтәләре буйынса 10 эш (18 ҡатнашыусы) финалға үтте. Баһалама ағзалары эштәрҙең көнүҙәклеген, яңылыҡ килтереүен, үҙенсәлеген, логикаға ҡоролған булыуын, ҡулланыу әһәмиәтен иҫәпкә алды.
Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙарының эштәре юғары баһаларға лайыҡ булды. Өфө дәүләт нефть техник университетынан Илдар Бикмөхәмәтов – икенсе, Өфө статистика, мәғлүмәт һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенттары Анастасия Назарова менән Айгөл Әхмәрова өсөнсө урын яуланы, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: