+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 14:17

Пенсионерҙар компьютерҙа ярыша

Башҡортостанда пенсионерҙар араһында компьютер күп төр ярышы буйынса республика конкурсының муниципаль этабы үтте. 50 ҡатнашыусы 1 – 10 июндә үтәсәк икенсе турға сыҡты.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда пенсионерҙар араһында компьютер күп төр ярышы буйынса республика конкурсының муниципаль этабы үтте. 50 ҡатнашыусы 1 – 10 июндә үтәсәк икенсе турға сыҡты.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
IX төбәк бәйгеһендә 60 йәштән олораҡ ир-егеттәр һәм 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Конкурс “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” (һылтанма: Электронное образование Республики Башкортостан) порталында үтә, тип белдерә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Төбәк этабында 25 тест һорауына яуап биреү ҡаралған. Иң күп балл йыйған ике ир-егет менән ике ҡатын-ҡыҙ еңеүсе тип билдәләнә һәм чемпионаттың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнаша. Ул дистанцион рәүештә үтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: