+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 09:30

Мотоциклда йөрөһәң, һаҡ бул

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Мотоцикл” иҫкәртеү операцияһы үткәрә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Мотоцикл” иҫкәртеү операцияһы үткәрә.
Ул кисә башланды һәм өс дауам итәсәк. Был төр траспорт үтә хәүефле һанала. Быйыл, үткән биш айҙа, Өфөлә генә мотоциклдар ҡатнашлығында 15 авария теркәлгән һәм уларҙа 17 кеше зыян күргән. Дүрт осраҡта мотоцикл водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы тураһында протокол төҙөлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, мототранспорт ҡатнашлығында юл ваҡиғалары һигеҙ осраҡҡа артҡан.
Мототранспорт хужаларын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда айырыуса иғтибарлы булырға, һәр саҡ шлем кейергә, тиҙлек режимын күҙәтергә һәм икенсе һыҙатҡа күскәндә ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: