+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 11:51

Үлемесле юл- транспорт ваҡиғаһы

Кушнаренко районында «Лада Калина» автомобиле авария яһай. Юл транспорт ваҡиғаһында ике ҡатын- ҡыҙ һәләк булған, машина водителе дауаханаға оҙатылған.

Кушнаренко районында «Лада Калина» автомобиле авария яһай. Юл транспорт ваҡиғаһында ике ҡатын- ҡыҙ һәләк булған, машина водителе дауаханаға оҙатылған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүенсә, руль артында 46 йәшлек ир булған. Ул идара итеү һәләтен юғалтып юлдан сығып осҡан. Автомобиль әллә нисә тапҡыр әйләнеп барып ултырған.
Унда 56 һәм 39 йәшлек ике пассажир ҡатын һәләк була. Ә водитель тере, төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә.
Хәбәр итеүҙәренсә, алда ултырған ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Икенсеһе хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған була. Ул авария ваҡытында машинана сығып оса.
Юлдың был участогы унан алда капиталь ремонтланған. Ваҡиғаның сәбәптәре ямғырҙар, водитель юлда тайып киткән булыуы ихтимал. ти белгестәр. Тикшереү бара.
Фото Башҡортостан 24 каналынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: