+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 15:21

Айыуҙан ҡасып ҡотолған

Республикала балыҡсыны айыу талаған. Ир йыртҡыс хайуандан үҙе ҡасып ҡотолған һәм дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

Республикала балыҡсыны айыу талаған. Ир йыртҡыс хайуандан үҙе ҡасып ҡотолған һәм дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
Һыу буйында балыҡ тотоп ултырған иргә көтмәгәндә айыу һөжүм итә. Йыртҡыс уның баш тиреһен йолҡоп өлгөрә. Балыҡсы айыуға ҡаршы тормай, ә “үлгән” булып хәрәкәтләнмәй ята. Был уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала.
Айыу ҡорбанын артабан ботарламай, үҙ юлы менән китә. Шунан файҙаланып балыҡсы машинаһына ултыра һәм тура дауаханаға бара.
Ошо ваҡиғанан һуң ул башҡа балыҡҡа йөрөмәҫкә һүҙ биргән тип яҙып сыҡты социаль селтәрҙәр. Был ваҡиғаның ниндәй районда булыуы хәбәр ителмәй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: