2 июнгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 38 381-гә еткән. Тәүлек эсендә 89 ауырыу өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 167 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 30-ы ауыр хәлдә, өсәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Табип күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 1 354.
Тәүлек эсендә 82 кеше, вирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып мәкерле инфекциянан һауығыусылар – 36 335.
Үкенескә күрә, афәтле ауырыу аҙаҡҡы тәүлектә тағы өс ғүмерҙе өҙгән. Республикала унан вафат булыусылар бөтәһе 525 иҫәпләнә.
Дауахананан тыш пневмония ла әле генә еңелергә теләмәй. Үпкә ялҡынһыныуы кисәле-бөгөнлө 119 кешелә асыҡланған, был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 112.