0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2021, 14:07

Тәбиғәтте һаҡлаусылар арта

Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” ҡала фестиваленә йомғаҡ яһалды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” ҡала фестиваленә йомғаҡ яһалды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фестивалде Өфө ҡалаһы хакимиәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Балалар экология-биология үҙәге” ойошторҙо.
Фестивалдә 1600 бала ҡатнашты.
– Ошондай саралар һөҙөмтәһендә миллиондарса уҡыусы мөһим көндәлек эштәрҙе өйрәнә, экоғәҙәттәргә эйә була. Фестивалдең битараф булмаған, ижади уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын берләштереүе, тәбиғәтте һаҡлаусылар рәтенә яңы балалар йәлеп итеүе ҡыуандыра, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы баш белгесе Зөлфиә Шәйәхмәтова.
Сара “Экология” милли проекты һәм “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә үтте.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: