-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2021, 08:35

Радий Хәбиров «Тойота» менән ат арбаһы бәрелешкәндә зыян күргәндәргә ярҙам вәғәҙәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында булды.
29 майҙа унда кешеләр ултырған ат арбаһына еңел автомобиль килеп бәрелгән. Республика етәксеһе халыҡ менән осрашты һәм уларға төрлө ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
«Мәсетле районында булған аварияның видеоһын ҡараған саҡта күңелдә ниндәйҙер сюрреализм һәм йәлләү тойғоһо уянды... Ауыл халҡының кәйефе шәп, гармунда уйнап, милли кейемдәр кейеп «Кәкүк сәйе»нә китеп баралар ... һәм уларға ҙур тиҙлектә елгән автомобиль барып бәрелә. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә иҫән, ләкин арбала ултырғандарҙың барыһы ла тиерлек ныҡ имгәнгән, — тип яҙҙы республика Башлығы социаль селтәрҙә. — Ошо ауылға бармай, халыҡ менән осрашмай булдыра алманым».
Зыян күргәндәрҙең һәммәһенә лә дауаланыу тәғәйенләнер һәм улар дәүләт иҫәбенә протездар менән тәьмин ителер, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе бында яңы клуб төҙөлөшө башланасағын әйтте. Иҫкеһе емерек һәм биш йыл инде ябыҡ тора. Ауылда юлды төҙөкләндереү, ҙур булмаған парк булдырыу күҙаллана.
«Республикабыҙҙа үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаныҡ һәм ташламайбыҙ...», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл фажиғәһендә биш кеше имгәнгән, 65 йәшлек ҡатындың тубыҡтан аяғын ҡырҡырға тура килгән. Йәрәхәтләнгән атты йоҡлатып үлтергәндәр.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: