+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2021, 09:05

Рәсәйҙең төп иҡтисади форумы башлана

Бөгөн Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай.

Бөгөн Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай.
Ул 5 июнгә тиклем дауам итә. Пленар ултырышта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы ҡаралған.
Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Форум сиктәрендә республика 20 килешеүгә ҡул ҡуйырға иҫәп тота. Улар араһында әле төҙөлөп ятҡан Көнбайыш сығыу юлында (“Восточный выезд”) Өфөнө М-5 “Урал” федераль трассаһына тоташтырыу өсөн яңы һыҙат булдырыу тураһында ВТБ банкы һәм ҙур күләмле инвестициялар һалыу буйынса Башҡорт сода компанияһы (БСК) менән килешеүҙәр ҙә бар.
Башҡортостан "Экспофорум" үҙәге майҙансығында үҙенең күргәҙмәләр стендын ҡуйған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: