+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2021, 08:40

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын ҡалдыра

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов отставкаһын ҡабул итүҙәрен һорап ғариза яҙған.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов отставкаһын ҡабул итүҙәрен һорап ғариза яҙған.
Ғаризаның фотоһын ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.
«Булды, иреккә таҙа намыҫ менән, — тип яҙған Мырҙағолов фото аҫтына. — Власть һәм сәйәсәт миңә тура килмәй».
Ул шулай уҡ «йәшәү өсөн яңы мотивациялар» эҙләүен хәбәр иткән: «Бөтәһенә лә бойороп тороу – минең өсөн мотивация түгел. Ни өсөн берәүҙең миллиондарға бойороҡ бирә алыуын бөтөнләй аңламайым. Ул миллион тапҡырға аҡыллыраҡ була алмайҙыр бит».
Йәмәғәт палатаһында ошондай ғаризаның булыуы тураһында мәғлүмәтте раҫланылар.
«Ростислав Мырҙағолов палата ултырышын йыйыуҙы һораны, — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән. — Йәмәғәт палатаһы ағзалары уның рәйес вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында ғаризаһы буйынса ултырыш үткәрә».
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: