-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2021, 12:33

10 мең һумлыҡ түләү ҡасан бирелер?

Мәктәп йәшендәге балалар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризаны июль уртаһында ҡабул итә башлаясаҡтар. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина белдерҙе.

Мәктәп йәшендәге балалар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризаны июль уртаһында ҡабул итә башлаясаҡтар. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина белдерҙе.
“Ғаризаларҙы яҡынса июль уртаһында ҡабул итергә ниәтләйбеҙ. Аныҡ ваҡыты был турала ҡарар сыҡҡас билдәләнәсәк. Түләүҙәр август айында (ваҡыты теүәл генә билдәле түгел) бирелә башлаясаҡ. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк”, – тине ул Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының йәмәғәт советы ултырышында.
Бер тапҡыр бирелеүсе был пособиены алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталына йәки күп функциялы үҙәккә, Пенсия фонды бүлегенә, социаль яҡлау органдарына бер генә ғариза яҙырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары хаҡында иғлан иткәйне. Был саралар араһында әлеге түләү ҙә бар. Мәктәп йәшендәге, шул иҫәптән беренсе класҡа барыусы балалар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе 10 мең һумлыҡ пособие уҡыу йылы алдынан ҙур ярҙам буласаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: