+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 09:35

Ҡыйбат булһа ла – үҙебеҙҙеке

Татарстандың Алабуға ҡалаһында премиум класлы Aurus Senat автомобиле сыға башлай.

Татарстандың Алабуға ҡалаһында премиум класлы Aurus Senat автомобиле сыға башлай.
Яңы производствоға Президент Владимир Путин старт бирҙе, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Билдәләнеүенсә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр вәкәләтле класлы автомобиль эшләнгән. Уның тәүге өлгөләре Кремелдең автомобилдәр паркында хеҙмәт итә лә инде. Яңы модель халыҡ-ара баҙарҙа лайыҡлы урын алыр, тигән өмөт бар. Ә Татарстан өсөн яңы завод – үҫештең тағы бер аҙымы.
Проект "Кортеж" исеме аҫтында ғәмәлгә ашырыла. Уға 12,4 млрд. һум дәүләт аҡсаһы һалынған. Проектты “НАМИ” автомобиль һәм автомоторҙар дәүләт институты Sollers төркөмө һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән Tawazun фонды булышлығында тормошҡа ашыра.
База комплектациялы Aurus Senat автомобиле 18 миллион һум торасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: