+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 09:10

Юл һыҙаттарын билдәләү: көлкө лә, аяныс та

Юл билдәләре һәм һыҙат тамғалары – транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген хәл иткән төп саралар.

Юл билдәләре һәм һыҙат тамғалары – транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген хәл иткән төп саралар.
Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа һыҙат тамғалары һалыу эше менән үтә ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
Күрһәтелгән слайдтарҙағы фотоһүрәттәрҙең береһендә Иглин районында Алаторка – Охлебинин автомобиль юлына һалынған юл һыҙаттары һүрәтләнгәйне. Тамға һыҙығын, әйтерһең, иҫерек кеше һалған - ҡыйыш-мыйыш. Урыны менән ул бөтөнләй юҡ. Һәм нимәһе насар, емерелеп бөткән асфальт өҫтөнә һыҙылған. Моғайны, тәүҙә юлды ремонтларға һәм шунан ғына һыҙыҡ билдәләре һалырға кәрәктер бит.
Подряд ойошмаһы эштәрҙе үтә насар ойоштороуын Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы ла раҫланы. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, яҡын тирәләге райондарҙа ла эштәр алып барылмай тиерлек, тәүлек планы үтәлмәй.
Быйыл юл тамғаларын һыҙыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 317 миллион һум аҡса бүленеүен әйтеп китеү ҙә урынлы булыр.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: