+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 15:57

Өҫтәмә мобиль вакцинациялау пункттары асыласаҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһында өҫтәмә рәүештә күсмә вакцинациялау пункттары асырға тәҡдим итәләр. Сөнки коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға теләүселәр араһында улар бик популяр.

Башҡортостандың баш ҡалаһында өҫтәмә рәүештә күсмә вакцинациялау пункттары асырға тәҡдим итәләр. Сөнки коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға теләүселәр араһында улар бик популяр.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең халыҡ һаулығын һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров әйтеүенсә, ундай пункттар "Аквамарин"; "Үҙәк" сауҙа үҙәктәрендә, "Лента" гипермаркетында (Ағиҙел урамы, 70), Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһенең мәҙәниәт һарайында, "Простор" сауҙа үҙәгендә асылыуы мөмкин.
Әле Өфөлә дүрт урында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, "Мега", "Планета" һәм "Башҡортостан" сауҙа үҙәктәрендә күсмә вакцинациялау пункттары эшләй. Башҡортостандың баш ҡалаһында ковидҡа ҡаршы прививка яһатыусылар араһында фатир һәм гаджеттар уйнатылыуын да билдәләп китәбеҙ.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: