+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 16:07

Шатланып йәшәһен балалар

Ғәмһеҙ бала саҡ иле. Бәләкәстәрҙе шатландырыу өсөн күп тә кәрәкмәй кеүек. Иҫтәлекле бүләк, иғтибарлы, йылы мөнәсәбәт. Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге егеттәре урындағы эшҡыуарҙар менән бергә балаларға ғәҙәти булмаған байрам саралары ойошторҙо. Баймаҡтың Салауат Юлаев паркына килгәндәр уйынсыҡтар алып ҡыуанды, туңдырма менән һыйланды, шулай уҡ малайҙарға бөгөнгө мода буйынса сәс киҫтереү, ҡыҙҙарҙың толомдарын үреү - байрам бүләге булды.

Ғәмһеҙ бала саҡ иле. Бәләкәстәрҙе шатландырыу өсөн күп тә кәрәкмәй кеүек. Иҫтәлекле бүләк, иғтибарлы, йылы мөнәсәбәт. Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге егеттәре урындағы эшҡыуарҙар менән бергә балаларға ғәҙәти булмаған байрам саралары ойошторҙо. Баймаҡтың Салауат Юлаев паркына килгәндәр уйынсыҡтар алып ҡыуанды, шулай уҡ малайҙарға бөгөнгө мода буйынса сәс киҫтереү, ҡыҙҙарҙың толомдарын үреү - байрам бүләге булды.
Йыл һайын йәйҙең беренсе июнендә халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Бөтә йүнәлештәге иғтибар тик балаларға йүнәлтелә.
Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге иһә был көндө ғәҙәти булмаған итеп ойошторҙо. Паркка килгән балаларға бушлай уйынсыҡтар, һауа шарҙары таратылды, улар өҫтәүенә туңдырма менән һыйланды. Эшҡыуар Тимур Азаматов үҙ иҫәбенә 300 туңдырма алып килде.
Ә иң үҙенсәлекле сара - малайҙар өсөн барбершоп, ҡыҙҙарға африка сәсен үрҙереү, аква- грим һалыу мөмкинлеге бар ине. Был хеҙмәттәрҙең барыһы ла балаларға бүләк итеп бирелде. Алина Ҡадырова (“Йәйғор” байрам ойоштороу студияһы), Алена Ғәлиева, Альберт Сәйғәфәров (бөҙрәхана оҫталары), Руслан Сәғәҙиев (дөйөм туҡланыу кафеһы) Тимур Азаматов, Азамат Ильясов(“Иген-тау” предприятиеһы) кеүек егет һәм ҡыҙҙар был көндө түләүһеҙ эшләне. Балалар араһында Йылайыр районының Матрай ауылы приютынан килгән уҡыусылар ҙа бар ине.
- Беҙҙең тәҡдимде берәү ҙә кире ҡаҡманы. Һөнәренең оҫтаһы булған һәр кем балалар көнөнә үҙ өлөшөн индерерҙе. Бөҙрәхана хеҙмәтендә эшләгәндәр ҙә, туңдырма һатыусылар ҙа, ирекмәндәр ҙә теләп ҡушылды. Балаларҙы шатландырған һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм, - тине Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге рәйестәше Иҙел Солтанов.
Урал арьяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге былтыр ойошторолдо. Ул төбәктә йәшәгән йәштәрҙе берләштереү, урында спорттың үҫешенә булышлыҡ итеү, төбәк халҡының мәнфәғәтенән сығып социаль, экологик йүнәлешле эштәр алып барыу маҡсатынан барлыҡҡа килгән ойошма. Ойошманың башланғыстары Башҡортостан хөкүмәтендә лә яҡлау тапты.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: