-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 13:26

Июндә ҡайҙа осорға була?

Рәсәй йәйҙең беренсе көнөндә үк 9 ил менән авиабәйләнеште тергеҙҙе. Ул пандемияға бәйле билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгәйне. Әммә Төркиәгә осорға теләүселәргә йәнә ялдарын күсерегә тура киләсәк. Был дәүләттә коронавириус хәүефе кәмемәгән әле.

2 июндән Мәскәү- Лондон маршрутындағы самолет аҙнаһына 3 тапҡыр осош яһай башлай. Ә 10 июндән Австрия, Венгрия, Ливан, Люксембург, Маврикия, Марокко һәм Хорватияға авиабәйләнеш тергеҙелә. Шулай уҡ Албания менән чартер рейсы асыла.
Ә бына Төркиә һәм Танзанияға осорға теләүселәргә яҡшы хәбәрҙәр юҡ. Рәсәй быға тиклем осошто 1 июнгә тиклем кисектерһә, хәҙер уны 21 июнгә тиклем оҙайтырға ҡарар иткән. Сөнки Төркиәлә лә, Танзанияла ла эпидемиологик хәл хәүефле тип һанала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в