+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 23:42

Гөрләп үтте балалар форумы

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Арт-Ҡоролтай. Балалар 0+” мәҙәни форумы булып уҙҙы.

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Арт-Ҡоролтай. Балалар 0+” мәҙәни форумы булып уҙҙы.
Форум сиктәрендә бөтә республиканан йыйылған малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн бай эшлекле, белем биреү һәм күңел асыу программалары әҙерләнгәйне. Арт-майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт күргәҙмәләре, ифрат ҡыҙыҡлы башҡа саралар балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо.
Бер майҙансыҡта кескәй оҫталар төрлө зоналары һәм объекттары менән ҡаласыҡ макетын эшләһә, икенсеһендә балалар актерлыҡ сәнғәтендә, режиссура өлкәһендә үҙҙәрен һынаны, йәнһүрәттәрҙең нисек ижад ителеүен күрҙе. “Еңмеш”фильмын бик яратып ҡаранылар. “Ышан” сериалына кастингта ла ҡатнашыусылар күп булды. Йәнә бер майҙан бейеүгә ғашиҡтарҙы туплағайны.
Форумға килгән балалар шулай уҡ республикабыҙҙың туризм буйынса потенциалын арттырыу буйынса фекерҙәрен бүлеште.
Сарала иң бәләкәстәр өсөн дә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйын майҙансыҡтары булдырылғайны.
Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
“Беҙ, өлкәндәр, бөтәбеҙ ҙә бала саҡ иленән. Шуға ла һеҙҙе яҡшыраҡ аңларға, ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине Каринэ Хәбирова. – Форумдың Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ошондай саралар беҙгә һеҙҙең күңелегеҙҙәге уй-ынтылыштарҙы нығыраҡ төшөнөргә булышлыҡ итә”.
Пленар ултырышта балалар эксперттар булараҡ йәнле фекер алышты, үҙҙәренең төрлө темаларға арналған ижади проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
“Традицияларҙы һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ” – форум девизы итеп был һүҙҙәр осраҡлы ғына алынмаған. Мәҙәни традицияларыбыҙҙы киләсәккә нигеҙ итеп алыусы балаларҙың хыялдары тормошҡа ашасағына шик юҡ.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: