+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 14:03

Эшҡыуарлыҡтың йүнәлештәре күп

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Олеся Йәрмөхәмәтова үҙ эшен 2019 йылдың мартында башлай. Логопед-дефектолог “Какаду” телмәр үҫтереү коррекцион үҙәге аса.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Олеся Йәрмөхәмәтова үҙ эшен 2019 йылдың мартында башлай. Логопед-дефектолог “Какаду” телмәр үҫтереү коррекцион үҙәге аса.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты ярҙамында һәм “БР Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһы сиктәрендә Олеся Владимировна 300 мең субсидия ала. Был аҡсаны ул интерактив логопед өҫтәле һәм балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн кәрәкле әсбаптар алыуға тотона.
Үҙәккә телмәре боҙолған балалар күп мөрәжәғәт итә, уларға квалификациялы белгестәр ярҙамы кәрәк. Олеся Йәрмөхәмәтова белемен камиллаштырырға ҡарар итә һәм Мәскәүҙең билдәле логопедтарында алты тапҡыр стажировка үтә. Белем алыу эштең һөҙөмтәһен арттырырға ярҙам итә, тип билдәләй Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат-аналитика бүлеге.
Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: