+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 16:02

Һыуҙан һаҡ булығыҙ

Һыу инеү миҙгеле башланырға ла өлгөрмәне, батып үлеүселәр исемлеге шаҡтай арта бара. Уҙған ял көндәрендә генә һыуҙа өс ир- егеттең, бер үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.

Һыу инеү миҙгеле башланырға ла өлгөрмәне, батып үлеүселәр исемлеге шаҡтай ҙурая бара. Уҙған ял көндәрендә генә һыуҙа өс ир- егеттең, бер үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.
Дүртөйлө районында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте быуанан 58 йәшлек ирҙең кәүҙәһен алып сыға. Ул яр буйында дуҫтары менән ял иткән. Йөҙөргә төшкән ир һыуға батҡан.
Шул уҡ көндө Күмертау ҡалаһының водолаздары ла Ишембай районында батып үлгән 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһен алып сыға.
Тәтешле районының Вязовка ауылы янындағы быуала һыу инеү ҙә 45 йәшлек ир өсөн фажиғәле тамамлана. Уның да үле кәүҙәһен һыуҙан табалар.
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә лә ике 15 йәшлек үҫмер һыуға бата Уның берәүһен осраҡлы үтеп барыусы ҡотҡара, икенсеһе һыу төбөнә китә. Һуңынан малайҙың кәүҙәһе табыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: