+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 15:26

Йөрәктә булһын ялҡын

4 – 6 июндә Благовещен ҡалаһында II “Йөрәктәге ялҡын”Асыҡ республика йәштәр хәүефһеҙлек фестивале үтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

4 – 6 июндә Благовещен ҡалаһында II “Йөрәктәге ялҡын”Асыҡ республика йәштәр хәүефһеҙлек фестивале үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ҡатнашыусылар тәүге ярҙам күрһәтеү, авария мәлендә ҡотҡарыу, туриада, “Спас-квест” ярыштарында үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Хәүефһеҙлек өлкәһендә эксперттар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шулай уҡ төрлө конкурстар ҙа үткәрелә.
“Йөрәктәге ялҡын” – йәштәр араһында хәүефһеҙлек мәҙәниәте кимәлен күтәреү маҡсатында булдырылған проект, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Фестиваль “Росмолодежь” йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығынан грант ярҙамы алған.
Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн фекерҙәштәреңде йыйып команда тупларға, ғариза тултырырға ла яҡшы кәйеф менән сараға килергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: «Молодежный проект Огонь в сердце». Икенсе һылтанма: положение.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: