+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 16:51

Прививка яһатыусылар 274 меңдән артҡан

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. Башҡортостанға йәмғеһе 406 414 доза “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” вакциналары килгән.

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. Башҡортостанға йәмғеһе 406 414 доза “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” вакциналары килгән.
“31 май мәғлүмәттәре буйынса, препараттың тәүге компонентын 360 406 кеше яһатҡан, икенсеһен алыусылар – 274 381”, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Ковидҡа ҡаршы прививканы, поликлиника регистратураһы йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алдан яҙылып,167 вакцинациялау пунктында (шул иҫәптән күсмә пункттарҙа) яһатырға мөмкин.
Бынан тыш, уны “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә алты маршрут буйлап йөрөүсе сәләмәтлек поездарында ла эшләтергә була.
14 майҙан Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыусылар араһында акция иғлан ителеүен билдәләп китәбеҙ. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинациялау пункттарының береһендә прививка яһатып, уникаль QR-код менән флаер алырға ла уны “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәргә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусылар араһында 23 июндә “Бөтә Өфө” телеканалының тура эфирында ҡиммәтле приздар, шул иҫәптән Өфөлә бер бүлмәле фатир һәм һуңғы моделдәге 10 смартфон уйнатыла. Акция 20 июнгә тиклем дауам итә.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: