Кисә кис Архангел районында, Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 61-се километрында авария була.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 36 йәшлек Сибай кешеһе идара иткән «Лада Приора»а машинаһы ҡаршы килгән «Mitsubishi Lancer»ҡа бәрелә. Авариляла «Приора»лағы Баймаҡта йәшәгән 57 йәшлек пассажир һәләк була, водитель дауаханаға оҙатыла.
«Mitsubishi»лағы өс пассажир – 45 һәм 36 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар, 46 йәшлек ир - шулай уҡ дауаханаға эләгә.
Юл ваҡиғаһы көслө ямғыр аҫтында боролошта була. Әле уның сәбәптәре асыҡлана.