+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 10:00

Берәүһен ҡотҡарған да ул...

Өфө районында, Дим йылғаһы буйында, була был күңелһеҙ хәл.

Өфө районында, Дим йылғаһы буйында, була был күңелһеҙ хәл.
Үтеп барған осраҡлы кеше батып барған ике үҫмерҙең берәүһен ҡотҡарып өлгөрә. Үкенескә, икенсеһен һыуҙан сығара алмай. Уның үле кәүҙәһен ҡотҡарыусылар эҙләп таба.
Йылға-күл буйҙарында бәхетһеҙ осраҡҡа килтергән төп сәбәптәр өсәү:
  • эскелек;
  • тыйылған урында һыу төшөү;
  • балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
  • Ҡотҡарыусылар иҫкәртә:
    Таныш булмаған йәки тыйылған урындарҙа һыу төшмәҫкә саҡыра республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты. Унда ҡумырыҡтарҙың, өйрөлтмәктәрҙең булыуы, ул урындан күҙгә күренмәгән көслө аҫҡы ағымдың үтеүе ихтимал.
    Эскән килеш һыуға төшөргә, ярҙан алыҫ йөҙөп китергә, йылға-күлдәрҙе йөҙөп сығырға маташырға ярамай.
    Балаларҙы яңғыҙ һыу буйҙарына ебәрмәгеҙ, ярҙа уларҙы күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙ.
    Һыу төшөү өсөн тик ҡулайлаштырылған урындарҙы ғына һайлағыҙ.
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас: