+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 10:51

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 14,25 проценты тауыш бирҙе

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан көҙгө һайлауҙарға сығасаҡ кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү булып уҙҙы.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан көҙгө һайлауҙарға сығасаҡ кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү булып уҙҙы. Кешеләр һайлау участкаһына килеп тә һайлай алды, шулай уҡ электрон тауыш биреү мөмкинлегенә лә эйә булды.
Республикала 30 майҙа 680 һайлау участкаһы эшләне. Улар киске һигеҙгә тиклем асыҡ булды. 18 сәғәткә тиклем 431 966 кеше, йәғни һайлаусыларҙың дөйөм һанының 14,25 проценты тауыш бирҙе.
Кандидаттар араһында – төрлө кимәлдәге депутаттар, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, табиптар. Тәү тапҡыр сәйәсәттә үҙ көстәрен волонтерҙар һынап ҡарай.
Тәүге йомғаҡтар бөгөн, 31 майҙа, билдәле буласаҡ, ә “Берҙәм Рәсәй”ҙән алдағы һайлауҙарға күрһәтеләсәк кандидаттарҙың исемдәрен партияның 19 июндәге съезында раҫлаясаҡтар.
Илебеҙҙә “Берҙәм Рәсәй” – кандидаттары алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлап алынған берҙән-бер партия.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте фотоһы.
Читайте нас: