+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 14:01

Айыҡ һабантуйҙар

Һабантуй осоронда республикала спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә бер иҫкәртеү яһаны. Хәбәр итеүебеҙсә, райондарҙа һабан байрамдары был аҙнала башлана.

Тәүге һабантуйҙы байрамын Йылайыр районы эшсәндәре аса.
- Байрамдарҙы уҙғарыу кәрәк, әммә унда бында эскән кешеләр йөрөмәһен. Шуға күрә бөтә муниципаль райондарҙа, һабантуй урындарында араҡы һатыу тыйыла. Һабантуйҙар айыҡ булырға тейеш, - тигән Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, 2020 йылда пандемияға бәйле һабантуйҙар уҙғарылманы. Быйыл байрамдарҙы үткәреү буйынса Республика Башлығының Указы бар. Һабан байрамдары 4 июндә башлана, уны 10 июлдә Ишембай районы тамамлай.
Ауыл эшсәндәренең традицион байрамы- һабантуйҙар күрше Татарстан республикаһында ла уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: