+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2021, 12:26

Атлы ла, йәйәү ҙә ҡурҡыныс

Уҙған ял көндәрендә Мәсетле районында, ат арбаһында “Кәкүк сәйе” байрамына китеп барған кешеләр өҫтөнә автомобиль барып менә. Ваҡиға эҙемтәләре ҡот осҡос: бер ҡатын ғүмерлеккә инвалид булып ҡалған, ә ауыр йәрәхәтләнгән атты йоҡлатырға мәжбүр булғандар. Етди имгәнгән ике ҡатын Мәсәғүт дауаханаһына урынлаштырылған.

“Кәкүк сәйе” фольклор байрамына китеп барған ауылдаштар тәғәйен урынға ни бары 100 метр барып етмәй. Милли кейемдәр кейеп, ат арбаһында, гармун моңдарына солғанып китеп барған 8 кеше көтмәгәндә автомобиль аҫтында эләгә. Ул урында рөхсәт ителгән тиҙлек сәғәтенә 90 километрҙан да артмаған. Тимәк сит ил маркалы машина юғары тиҙлектә осҡан тигән фараздар бар.
8 кешенең бишәүһе тән йәрәхәттәре ала. Ә ике ҡатын дауаханаға эләгә. Уларҙың берәүһе Гөлсөм Дүсмөхәмәтова айырыуса ҡаты яралана. Ул әле реанимацияла. Автомобиль тап ун аяғына килеп бәрелә. Табиптар ярсылған аяҡтың табан өлөшөн бөтөнләй ҡырҡып ташларға мәжбүр була. Гөлсөм Кәрим ҡыҙы ошоғаса ирен юғалтҡан. Хәҙер үҙе лә аңһыҙ ҡазаның ҡорбаны. Ҡатын операцияһынан һуң иҫенә килгән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәренә әгәмәһендә ул, байрамға ун көн дауамында әҙерләнеүҙәрен, тормошта оптимист булһа ла, авария эҙемтәләрен бик ауыр кисереүен һөйләгән.
Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Гөлсөм Дүсмәхәмәтова хаҡлы ялда ла ауылдың йәмәғәт тормошо менән янып йәшәгән. Бик күп уҡыусылар тәрбиәләп сығырған, ике бала үҫтергән.
Ат арбаһының өҫтөнә барып менгән автомобиль хужаһы Балаҡатай районынан 53 йәшлек ир булып сыға. Әле уға енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала, авария сәбәптәре асыҡлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: