+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 08:55

Йәштәргә – аҡ юл!

Башҡортостанда үткән Эшҡыуарлыҡ аҙнаһының “Стартаптар көнө” тулыһынса йәш, яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға арналды.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда үткән Эшҡыуарлыҡ аҙнаһының “Стартаптар көнө” тулыһынса йәш, яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға арналды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Төп ҡатнашыусыларҙы студенттар, мәктәп уҡыусылары тәшкил итте. Улар үҙ бизнесын асырға уйлай йәки был өлкәлә тәүге аҙымдарын яһай.
Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина, “Грант” мәғлүмәт үҙәге директоры Татьяна Подгорная, Мәшғүллек хеҙмәте белем биреү үҙәге Ульяна Назарова ҡатнашыусыларға шәхси бренд хаҡында һөйләне. Эксперттар араһында финанс коучы Марина Бисярина, бизнес-тренер Александр Петров, эшҡыуарҙар Татьяна Гридина һәм Олег Сибиряков сығыш яһаны.
Сарала шулай уҡ Ворлдскиллс программаһы тыңлаусылары ла ҡатнашты.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты үҙ эшен асырға теләгәндәр менән эшкә ҙур иғтибар бүлә. Белем биреү программалары, тренингтар ойошторола, тәжрибәле уҡытыусылар һайлана, тип белдерә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: