+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 08:25

Республикаға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта

Алдағы ике көндә Башҡортостанда көндәр йәнә эҫетә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Алдағы ике көндә Башҡортостанда көндәр йәнә эҫетә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 28 майҙа төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 4-9, көндөҙ 25-30 градус.
29 майҙа Башҡортостанда төндә йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Төндә йылыраҡ – 11-16, урыны менән 5-10 градус. Көндөҙ һауа 27-32 градусҡа тиклем.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: