-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 16:05

Күренекле ҡатын- ҡыҙ композитор

Йәнә бер билдәле сәнғәт әһеле, композитор Ләйлә Исмәғилева юбилейын билдәләй. Ул күренекле композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев ғаиләһендә тыуып үҫкән. Пианист, музыка педагогы булған ижадсыға – 75.

Йәнә бер билдәле сәнғәт әһеле, композитор Ләйлә Исмәғилева юбилейын билдәләй. Ул күренекле композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев ғаиләһендә тыуып үҫкән. Пианист, музыка педагогы булған ижадсыға – 75.
Ләйлә Исмәғилева Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың халыҡ артисы дәрәжәһенә эйә. Ул Мәскәүҙә тыуған, Ҡаҙан консерваторияһы эргәһендәге музыкаль мәктәп, Мәскәү консерваторияһында уҡыған, Гнесиндар исемендәге музыкаль колледжды тамамлаған.
Композитор“Хужа Насретдин”, “Арҡайым”, “Роза Алгамбры” тигән балеттарҙың авторы. “Арҡайым” балеты Рәсәй белгестәре тарафынан юғары баһа алған ижади хеҙмәт.
Ләйлә Исмәғилеваның исеме Башҡортостандың күренекле композиторҙар исемлегенә индерелгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в