Янғынды ярты сәғәттә һүндерәләр. Әммә ут үҙ ҡорбандарын алып өлгөрә.
Фажиғәле был хәл Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында була. Килеп еткән янғын һүндереүселәр утты ярты сәғәт эсендә ауыҙлыҡлай. Янғын урынын тикшергәндә ир менән ҡатын кешенең кәүҙәләре табыла. Улар әсә менән ул булып сыға.
Ғаилә башлығы тән йәрәхәттәре менән район үҙәк дауаханаһына ебәрелә.
– Психологик ярҙам күрһәтеү өсөн урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологы ебәрелде. Шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ведомствоның тәүтикшереүсеһе һәм янғын лабораторияһы һынаусылары янғындың сәбәптәрен асыҡларға тейеш, – тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.