+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 08:34

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерҙәр

Үткән йыл Борай ауылында яңы спорт объекты асылды. ГТО майҙансығында даими төрлө ярыштар үтеп тора.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үткән йыл Борай ауылында яңы спорт объекты асылды. ГТО майҙансығында даими төрлө ярыштар үтеп тора.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Спорт майҙансығы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған.
Майҙансыҡта Борай районының хеҙмәт коллективтары өсөн “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестиваленә старт бирелде. Был көндө ГТО нормативтарын Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығының янғынға ҡаршы көрәш федераль хеҙмәте 26-сы отрядының 72-се янғындан ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Сара күңелле барҙы. Янғындан ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәренең яҡшы физик формала булыуын күреү күңелгә ятты”, – ти Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе белгесе Гүзәл Ғибәҙуллина.
Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: