+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 11:19

Һабантуйҙар киләһе аҙнала башлана

Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл республикала һабантуй байрамдарын үткәреүгә рөхсәт бирелде. Башҡортостан Башлығы үҙенең указында уның аныҡ көндәрен раҫланы. График буйынса һабан байрамдары 4,5, 12, 13,19 июнь, шулай уҡ 8, 10 июль уҙасаҡ. Тәүге һабантуйҙы Йылайыр районы эшсәндәре аса.

Йылайыр районында һабантуй 4 июнгә тәғәйенләнгән. Иртәгәһенә, 5 июнь, һабан байрамдары бер юлы 25 районда үтәсәк. Баймаҡ районындағы саралар - инвестиция һабантуйы тибында ойошторола. Ул 26 июнгә тәғәйенләнгән. Һабантуйҙар парадын 10 июлдә Ишембай районы тамамлай.
Пандемия хәүефе һаҡлана. Шуға күрә, байрам үткәреү урындарында дезинфекция, хәүефһеҙлек сараларын тулыһынса үтәү талап ителәсәк. Һабантуйға килеүселәргә битлектәр кейеү мотлаҡ буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: