-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 08:15

Аҙыҡ-түлек кәрзине ҡиммәтләнде

Магазинға көндәлек ризыҡ алыр өсөн инеп сығыу хәҙер күберәк осраҡта кәйефте төшөрә.

Магазинға көндәлек ризыҡ алыр өсөн инеп сығыу хәҙер күберәк осраҡта кәйефте төшөрә.
Башстатта белдереүенсә, республикала аҙыҡ-түлек кәрзине һуңғы осорҙа ярайһы ҡиммәтләнгән. Исемлектең башында кишер, кәбеҫтә һәм картуф тора. Кишерҙең бер килограмы хәҙер 58 һум тора, 11,6 процентҡа артҡан.
Бер аҙнала яңы өлгөргән кәбеҫтә 7,1 процентҡа – килограмы 28 һумға тиклем ҡиммәтләнгән. Картуф – 4,4 процентҡа. Уның уртаса хаҡы хәҙер 41 һум тора.
Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ тоҙ, башлы һуған, шоколадлы кәнфиттәр, алма, карамель, һарыҡ ите, эремсек, сусҡа ите, икмәк, тары ярмаһы, макарон, сыр, йомортҡа, печенье, маргарин, ҡара сәй, айыртылмаған һөт, үҫемлек майы бар.
Республикала бер аҙнала яңы өлгөргән ҡыяр 7,9 процентҡа арзанайған. Бөгөн уның бер килограмының уртаса хаҡы — 111 һум.
Помидорҙың бер килограмы уртаса 127 һумға төшә.
Ярым ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса бер аҙна эсендә уртаса 2,7 процентҡа арзанайған.
Хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек исемлегендә: он, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатышмаһы, ит консервалары, ҡарабойҙай, сосиска, сарделька, тауыҡ, дөгө, балалар туҡланыуы өсөн ит консервалары, аҡ май.
Вермишелгә, һыйыр итенә хаҡ үҙгәрмәгән — бер килограмы 67 һум, 375 һәм 342 һум тора.
Читайте нас: