+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 15:23

Ямғырым яу, яу, иген- бесән үҫһен

Аномаль эҫенән һуң, көндәр бер аҙ һалҡынайтты, әммә ямғырҙарҙың булмауы борсоуға һала. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы халҡы боронғо традицияларға мөрәжәғәт итеп, ямғыр һорау йолаһын үтәне. Электән ул баҫыу эштәре тамамланғас, буласаҡ уңышты ҡоролоҡтан аралау өсөн “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ваҡытында башҡарылған.

Йолаға ярашлы, ауыл халҡы тауға йыйылып коллектив доға ҡыла, Хоҙай тәғәләнән ямғыр һорай. Был юлы урындағы мәсеттең имам- хатибы боронғо башҡорт йолаһының әһәмиәтен дә аңлатты.
Элегерәк, ҡайһы бер райондарҙа хәҙер ҙә, ауыл кешеләре “Ҡарға бутҡаһы” байрамына йыйылған. Шунда бутҡа бешереп ашап, төрлө уйындар уйнап күңел асып, хоҙайҙан муллыҡ һорап, доға ҡылған.
Был иһә сәселгән уңышты ҡоролоҡтан аралау йәки оҙаҡ ямғырҙар яумаған мәлдә башҡарылған. Күмәкләп һорағандан һуң, ергә, ысынлап та, күп итеп ямғырҙар яуған. Ундай осраҡтар ҙа билдәле. Ә бешерелгән бутҡаның ҡалғанын ҡарғаларға ҡалдырыр булғандар.
Элек балалар ямғыр күҙе төшөү менән: “Ямғырым яу, яу, иген- бесән үҫһен”,- тип һамаҡлап йүгерһә лә, ямғырҙар тағы көсәйеп яуып үтә ине. Шунан һуң халҡыбыҙҙың юрамыш- һынамыштарына ышанмаҫ ереңдән ышанырға булалыр.
Күгиҙел халҡы ла ата- бабалар йолаһын үтәп ямғыр һораны, ауыл хужалығы эштәрендә уңыштар теләп, тәбиғәт ҡосағында сәй менән һыйланып таралышты.
Әйткәндәй, йылда ҡоролоҡтан ыҙа сиккән Урал аръяғы төбәге өсөн был киң таралған йола. Хәҙер ямғыр һораусыларҙың йыйыны хаҡындағы иғландар социаль селтәрҙәр аша ла таратыла. Көткән ямғырҙарҙың яуыуын, ауыл эшсәндәрен йонсотмай ғына, йылдың уңышлы булыуын теләргә ҡала.
Фото “Баймакский вестник” гәзитенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: