+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 08:30

Яҙыусылар фекер туплай

Бөгөн, 27 майҙа, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында “ХХI быуат яҙыусыһы” Төбәк-ара форум үҙ эшен башлай.

Бөгөн, 27 майҙа, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында “ХХI быуат яҙыусыһы” Төбәк-ара форум үҙ эшен башлай.
Ул Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә. Ике көн дауам итә. Форум сиктәрендә мастер-кластар, фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Уларҙа әҙәбиәт тәнҡите, балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте, матбуғат эше, драматургия проблемалары тикшереләсәк.
Сараны асыу тантанаһында Республика Башлығы хакимиәте, Хөкүмәт, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Форум эшенең икенсе көн программаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу ҡаралған.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан яҙыусылар берлегендә өс йөҙгә яҡын яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм драматург тора.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: