+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 08:50

«Әр-Рәхим» мәсете асылған көндә тәүге аҙанды Радик Юлъяҡшиндың әйтеүе ихтитмал

Был хаҡта билдәле эстрада йырсыһы социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Был хаҡта билдәле эстрада йырсыһы социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә ул Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Бегерин менән бергә төҙөлөп ятҡан «Әр-Рәхим» мәсетендә булған.
«Ризуан Даниял улы төҙөлөштә финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре фондтары, шулай уҡ Рәсәй меценаттары менән һөйләшеүҙәр алып барыуы хаҡында һөйләне. Был традицион Исламға лайыҡлы бүләк һәм Республикабыҙҙың яңы күркәм урыны булыр, — тип яҙҙы Элвин. — Мәсет асылған көндә тәүге Аҙан минең тауышым менән яңғырай. Был минең өсөн ҙур хөрмәт!».
"Башинформ" агентлығы мәғлүмәттәренә таянып.
Читайте нас: