0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 19:28

Профессор шик-шөбһәне юҡҡа сығарҙы

Медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның кафедра мөдире, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның организмда күҙәнәктәр кимәлендә үҙгәрештәр тыуҙырыу ихтималлығы тураһында шик-шөбһәләрҙе юҡҡа сығарҙы.

Медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның кафедра мөдире, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның организмда күҙәнәктәр кимәлендә үҙгәрештәр тыуҙырыу ихтималлығы тураһында шик-шөбһәләрҙе юҡҡа сығарҙы.
Ул “Башҡортостан” телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында организмда һәр ваҡыт үҙгәрештәр барыуын аңлатты. Вирустар шулай уҡ билдәле бер рәүештә ген төҙөлөшөн үҙгәртеүе бар, был нормаль процесс, әммә вакцинация үткәргәндә ДНК-ны бер ниндәй ҙә маҡсатлы үҙгәртеүҙәр булыуы мөмкин түгел.
Профессор, вакцина йоғонтоһо күпме ваҡыт дауам итеүен әлегә әйтеү ҡатмарлы, ти. Ҡағиҙә булараҡ, миҙгел сирҙәренә ҡаршы вакцина бер йыл йоғонто яһай. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның күп компонентлы прививка составына индерелеүе һәм йыл һайын грипҡа ҡаршы вакцинациялау сиктәрендә эшләнеүе лә бик ихтимал.
Нәүфәл Заһиҙуллин әйтеүенсә, Рәсәй халҡына тәҡдим ителгән өс вакцина араһында иң өйрәнелгәне – “Спутник V”. Профессор ата-әсәһенә тап шуны эшләтергә тәҡдим иткән, үҙенә лә ошо препаратты ҡаҙатырға йыйына. “БДМУ клиникаһындағы пациенттарҙы күҙәтеп, табиптар был вакцинанан ауыр өҙлөгөүҙәр, атап әйткәндә, тромбоздар булмауын билдәләй”, – ти ул.
Табип коллектив иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 60 процентын вакцинациялау мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Читайте нас: