Билдәле педагог, музыка белгесе, республика, ил һәм донъя кимәлендә танылған йырсылар тәрбиәләгән шәхес Миләүшә Мортазинаға 95 йәш. Уның уҡыусылары араһында Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаков, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Вәхит Хызыров һәм башҡа киң даирә тамашасыларға яҡшы таныш башҡарыусылар бар.
Миләүшә Мортазина Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуып үҫкән. Һуғыш осоро булғанға күрә, хеҙмәт юлын Өфө агрегат етештереү берекмәһенең инструменталь цехында башлай. Заводтың агитбригадалары менән берлектә хәрби частәр алдында, госпиталдәрҙә сығыш яһай. Һуғыштан уны имтиханһыҙ Өфө авиция инстиутына ҡабул итәләр. Студентка булһа ла Урал консерваторияһына ла уҡырға инә. Уның милли бүлеген, Ҡаҙан консерваторияһын тамамлай. Ҡайтҡас та Өфө сәнғәт институтында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. Профессор дәрәжәһенә етә, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы республикала һәм халыҡ –ара вокал конкурстарының жюри рәйесе булды.Тап Миләүшә Мортазина асҡан һәм белем биргән йырсылар республикабыҙҙы ил һәм донъя кимәлендә танытты.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы исеменән мәшһүр педагогты оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек- һаулыҡ теләйбеҙ.