+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 12:15

Һабантуйҙар буласаҡ, рәсми пляждар асыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл рәсми рәүештә һабантуйҙар үткәреүҙе рөхсәт итте. Был туралағы указға ярашлы ауыл эшсәндәренең һабан байрамында ла дистанция тотоу, һаҡланыу саралары талап ителәсәк. Йәғни кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа битлектәр кейеү ҙә мотлаҡ буласаҡ.

Шулай уҡ республика етәксеһенең указы буйынса рәсми рәүештә пляж миҙгеле лә асыла. Мәғлүм булыуынса, Өфөнөң һәр районында хәүефһеҙлек саралар булған, төҙөкләндерелгән һыу инеү урындары билдәләнгән. Шундай уҡ талаптар республика ҡала – райондарында урынлашҡан пляждарға ла ҡағыла.Указға ярашлы пляжда битлектәр кейеү мотлаҡ түгел.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: