+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 12:36

Вирусты ситтән алып ҡайтыусылар артҡан

Башҡортостанда коронавирусты ситтән "килтереү" осраҡтары күбәйгән.

Башҡортостанда коронавирусты ситтән “килтереү” осраҡтары күбәйгән. Ковид инфекцияһына арналған брифингта был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова хәбәр итте. Ул сирҙе башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр һәм сит илдәргә барған республикабыҙ кешеләре алып ҡайтыуын белдерҙе.
Гөлнара Зиннурова был шәфҡәтһеҙ ауырыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы вакцинация булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Министр урынбаҫары шулай уҡ, дөйөм алғанда, республикала эпидемиологик хәл тотороҡло булыуын билдәләне.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: