+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 16:45

Ҡотҡарып өлгөрмәгән

Әсә утҡа ташланған, ләкин сабыйын ҡотҡара алмаған.

Әсә утҡа ташланған, ләкин сабыйын ҡотҡара алмаған.
Бөгөн Шишмә ҡасабаһындағы янғында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға урынына Шишмә районы башлығы Ришат Мансуров юлланған. Ул "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына сабыйҙың үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе хәбәр иткән.
«Янғын ваҡытында баланың әсәһе өс йәшлек ҡыҙы менән ихатала булған. Кинйә ҡыҙы өйҙә коляскала ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ут күтәрмәлә сым үткәргестән сыҡҡан һәм һанаулы секундтар эсендә йортто ялмап алған. Ҡатын балаһын ут эсенән алып сығырға тырышҡан, ҡоромға буялып бөткән. Ләкин өлгөрмәгән. Ут тиҙ таралған».
Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ғаилә башлығы эштә булған.
Янғын ваҡиғаһы буйынса компетентлы органдарҙың тикшереүе тәғәйенләнгән.
Читайте нас: