«Гисметео» порталына күҙ һалһаҡ, Башҡортостан биләмәһендә йәйҙең тәүге айында аномаль эҫе көтөлмәй. Июндең тәүге аҙнаһында ғына термометр бағанаһы +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. Артабан аҙнаға һуҙылған ямғырлы көндәр фаразлана. Ул ысынбарлыҡҡа тап килә күрһен инде. Халыҡтың бит, бигерәк тә ауыл ерендә, теләгәне бер – шифалы ямғыр.