Өфөлә “Башҡортостан гүзәле – 2021” һылыуҡайҙар һәм йолалар конкурсының гала-финалы үтте.
Конкурс 2017 йылдан бирле ойошторола һәм унда 5 – 12 йәшлек ҡыҙ балаларҙан алып 35 йәшкә тиклемге ғаиләле ҡатындар ҙа ҡатнаша ала.
Быйыл Һылыуҡай коронаһын һәм 100 мең һум приз аҡсаһын Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Гөлнара Юлбарисова яуланы.
Урта йәштәрҙәге һылыуҡайҙар төркөмөндә Гран-приға Өфөнән Азалия Хөсәйенова лайыҡ булды. Уға 14 йәш, 48-се Башҡорт лицейында уҡый.
Конкурста урын алған йола буйынса, иң кеселәрҙең барыһы ла Гран-при менән билдәләнде.