+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 11:23

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

Һәр осорҙа ла республиканың баш ҡалаһы иҫтәлекле урындары, тарихы, матурлығы менән туристар өсөн ҡыҙыҡлы, ти белгестәр. 29 майҙан ике ҡатлы автобустарҙа Өфө буйлап экскурсиялар тергеҙеләсәк. Уны ойоштороусылар баш ҡала ҡунаҡтарын, ата- әсәләрҙе һәм каникулға сыҡҡан уҡыусыларҙы, Өфө тарихына битараф булмаған һәр кемде әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Өфөнөң тарихы үҙәгенә сәйәхәт, уның иҫтәлекле урындары, боронғо биналары, шулай уҡ баш ҡаланың билдәле шәхестәре хаҡында тарихнәмәләр- быларҙың барыһы менән дә экскурсияларҙа танышырға мөмкин буласаҡ. Ошо турала гидтар туристар алдында сығыш яһаясаҡ.
Экскурсиялар элеккесә "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексы янынан башлана. Унда ҡатнашырға теләүселәр өсөн ике ваҡыт билдәләнгән. Тәүге экскурсия- 15, икенсеһе 19 сәғәттә башлана. Уларҙың һәр береһенә икешәр сәғәт ваҡыт бирелә.
Билеттарҙы автобусҡа ингәндә алырға мөмкин. Хаҡы- 350 һум. Экскурсияға алдан яҙылыу өсөн телефон һандары-8996-582-86-27.
Коллектив заявкалар ҙа ҡабул ителә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: