-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 16:23

Һеҙ йәшәгән ҡала балалар өсөн уңайлымы?

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында “Ғаиләгә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәтле ҡала” концепцияһы раҫланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында “Ғаиләгә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәтле ҡала” концепцияһы раҫланды. Концепция проектын Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән. Унда ҡала мөхитендә балалы ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙың төп нигеҙҙәре хаҡында һүҙ бара.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ғаиләне яҡлау дәүләттең айырым иғтибар үҙәгендә икәнлеген билдәләне һәм дуҫтарса мөхитле заманса ҡала концепцияһын булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Тик ғаиләнең именлеге, уның һаулығы һәм тормош хәле тураһында хәстәрлек күрһәткәндә генә йәш быуын сәләмәт булып үҫәсәк. Әлбиттә, бында тирә-яҡ мөхит, уның ни тиклем хәүефһеҙ, уңайлы, төҙөкләндерелгән булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Премьер-министр.
Концепция ҡалала хәүефһеҙ һәм уңайлы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы, сифатлы медицина ярҙамынан, мәғариф хеҙмәттәренән файҙаланыу, балаларҙың һәм ололарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген булдырыуҙы, ҡаланың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Бала үҫтереүсе ғаиләгә ҡаланың дуҫтарса мөнәсәбәте индексы алты параметр: “Торлаҡ мөхите”, “Балалар хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхит”, “Сәләмәтлек”, “Мәғариф”, “Ял һәм мәҙәниәт”, “Балалыҡты яҡлау” параметрҙары буйынса билдәләнә. Һәр параметр рәсми статистика мәғлүмәттәрен һәм ата-әсәләр араһындағы һорау алыу һөҙөмтәләрен үҙ эсенә аласаҡ.
Концепцияны тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекты итеп Өфө ҡалаһы һайлана. Проект уңышлы һынау үткәндә, республиканың бөтә ҡалалары ла шундай уҡ йүнәлештәр буйынса баһаланасаҡ. Иң яҡшы ҡалаға “Ғаиләгә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәтле ҡала” статусы һәм айырым награда биреләсәк.
Бынан тыш, әлеге концепция ҡалала балалы ғаиләләрҙең хәле нисек үҙгәреүен асыҡлау, анализлау мөмкинлеген бирә. Был иһә ҡала властарына ошо юҫыҡтағы эшләп еткермәүҙәрҙе күреп, яңы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в