Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙың йәйге лагерҙарына тәүлек әйләнәһенә һаҡ ойоштороуҙо талап итте. Был турала ул террорға ҡаршы комиссия ултырышында белдерҙе. Быйыл республикала ике мең ярым ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары эшләйәсәк. Унда 320 мең бала ял итер тип күҙаллана.
Республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса ял урындарында күҙәтеү- индереү пунктары, даими видеокүҙәтеү ҡоролмалары, борсолоу сигналы биреү нөктәләре эшләргә тейеш. Бынан тыш, Радий Фәрит улы, Ҡаҙандағы хәлдән һуң тикшереү барышында асыҡланған бөтә етешһеҙлектәрҙе хәл итеүҙе ҡушты.
- Һәр лагерҙың һәм уға яҡын биләмәләрҙең террорға ҡаршы һаҡланған булыуына беҙ туранан- тура яуаплы. Балаларҙың бөтә ял урындары ла айырым һаҡланған булырға тейеш. Унда күҙәтеү- индереү пункттары, видеокүҙәтеү, борсолоу сигналы биреү нөктәһе тәүлек әйләнһенә эшләһен. Шул уҡ ваҡытта балалар ялының үҙенсәлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Тармаҡлы лагерҙарҙы, уларҙың программалары, экскурсиялары, ата- әсәләр көнө хаҡында һәр кем хәбәрҙә булырға тейеш,- тине Радий Хәбиров.