+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 08:45

Өс-дүрт йылда ярлылар һанын ике тапҡырға кәметергә тәҡдим итә

Илдә ярлылыҡты бөтөрөү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып тора.

Илдә ярлылыҡты бөтөрөү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып тора.
Президент Владимир Путин башланғысы менән индерелгән милли проекттар тап ошо маҡсатта тормошҡа ашырыла. 2030 йылға Рәсәйҙә ярлылар һаны бөгөнгө 13,5 проценттан 6,5-кә тиклем кәмергә тейеш.
“Известия” гәзитендәге әңгәмәһендә Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин, аҙ тәьмин ителгән граждандарға адреслы ярҙам өс-дүрт йылда ярлылар һанын ике тапҡырға кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерә.
“Әйтәйек, кешенең ике йорто, ике машинаһы бар икән, билдәле, уның социаль пособиеға мохтажлығы юҡ. Ошондайҙарҙы түләү алыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырғанда, дәүләт ярҙамына ысынлап та мохтаждарҙың йәшәү кимәлен бермә-бер күтәреп була”, - ти ул.
Социаль реформаларҙы революция эшләмәй, йомшаҡ үткәрергә кәрәк, тигән фекерҙә Алексей Кудрин.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: