+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 12:11

Киләсәк һөнәреңде бөгөндән уйла!

Рәсәй һаҡлыҡ банкы идаралығы рәйесе Герман Греф киләсәктә байтаҡ һөнәрҙәрҙең юҡҡа сығасағын, алдан иҫкәртмәгәндә эшһеҙлектең артасағын фаразланы. Был иһә хеҙмәт урындарын роботлаштырыуға бәйле буласаҡ. Яһалма интеллект технологияларын үҙләштереү киләсәккә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Йәштәргә иһә хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр һайлау хаҡында бөгөндән уйланырға кәрәк.

Был турала ул “Яңы белем” марафонында сығыш яһаны. Технологияларҙың йылдам үҫеше киләсәктә байтаҡ һөнәрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерәсәк. Герман Грефтың әйтеүенсә, бындай хәүеф һәр заманға ла хас. Мәҫәлән, күсер, лифтер кеүек һөнәрҙәр күптән тарихта ҡалды. Шуға күрә кешеләрҙе ошо хаҡта бөгөн иҫкәртеү зарур.
-Бишенсе быуын машиналарына кешеләр кәрәкмәйәсәк. Улар үҙҙәре идара итәсәк. Яҡынса 250 миллион кеше хеҙмәт урынын юғалтыуы ихтимал. Был турала кешеләрҙе 10 йыл алдан иҫкәртергә кәрәк. Сөнки бөгөнгө йәштәр киләсәкке һөнәр хаҡында әленән уйлана башларға тейеш,- тигән ул.
Белгес фекеренсә, дәүләт һәм эре корпорациялар кешеләрҙең белемен камиллаштырыу йәки ҡайтана уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы.
Әйкәндәй, белгестәр мәктәптәрҙә онлайн белем биреүгә ҡаршы, ә бына һөнәрселек училищеларында ул һөҙөмтәле буласаҡ тигән фекерҙә. Ҡайһы бер яһалма интеллект технологиялары кешеләргә өҫтәмә эш урындары булдырыуы ла мөмкин. Быны иһә онлайн платформалар асыҡ күрһәтә.Бөгөн кешегә ялҡытҡыс, бер төрлө хеҙмәт ҡыҙыҡ түгел. Ул күңеленә ятҡан, ижади эш менән шөғөлләнергә тейеш тигән фекерҙәр ҙә бик урынлы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: