+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 13:24

Фольклориаданың йондоҙло ҡунаҡтары

“Евровидение” халыҡ- ара конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаған Манижа тигән йырсы Өфөлә үтәсәк “Фольклориада йөрәге”ндә лә ҡатнашасаҡ. Был саралар Конгресс- холл янындағы “Торатау” амфитеатрында, 4- 9 июль көндәре уҙасаҡ. Концерттарҙа бик күп билдәле йондоҙҙарҙың, йыр- бейеү ансамблдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Көн һайын концерттар Фольклориадаға килгән ҡатнашыусыларҙың сығыштары менән башланасаҡ. Ә киске сараларҙы донъя, ил кимәлендәге билдәле йондоҙҙарҙың программаһы тамамлаясаҡ.
Быйыл Өфөгә “Рус йыры” ансамбле, Кубань Дәүләт Академия казак хоры, “Вайнах” чечен халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Манижа, Франция, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙән килгән төркөмдәр ҡатнашасаҡ.
Фольклориаданың йомғаҡлау концерты 10 июлдә “Торатау” амфитеатрында буласаҡ.
Халыҡ-ара сарала барлығы 55 илдән ике меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Байрам саралары шулай уҡ республиканың 23 районында ла уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: