+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 12:26

Эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлаша

24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Эшҡыуарҙарҙы мауыҡтырғыс һәм файҙалы программа көтә. Көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә, эшҡыуарҙарға практик ярҙам булырлыҡ саралар уҙғарыла.
“Ментор ҡунаҡханаһы” нетворкинг-сессияһында тәжрибәле эшҡыуарҙар һәм өлкәләге эксперттар бизнеста уңышҡа ирешеү өсөн мөһим булған нәмәләр хаҡында һөйләне, тәжрибә, белем уртаҡлашты, серҙәрен бүлеште, тип белдерә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Алексей Щербацкий, 30 йыл йыйылған тәжрибәһенән сығып, төрлө тарихтар һөйләне. Бизнесҡа тотонор алдынан барыһын да иҫәпләргә, ял һәм байрамһыҙ эшләргә әҙер булырға кәңәш итте. “Эшҡыуарлыҡта иң мөһиме – һанай белеү һәм ең һыҙғанып эшләү”, – тине ул.
Эксперттар буласаҡ бизнесмендарға заман менән бергә атларға, күңелгә яҡын эш менән шөғөлләнергә кәңәш итте, проект һайларға өйрәтте.
“Ментор ҡунаҡханаһы” нетворкинг-сессияһы мәғлүмәткә бай, ҡыҙыҡ һм файҙалы булды. Ҡыҙыҡһыныусылар уның видео яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарай ала: https://www.youtube.com/watch?v=YQMk7q3L6QQ&t=5255s.
Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: